Айырым герой образы аша яҙыусы билгеле бер сифатты, ғаилә арҡылы бөтөн бер йәмғиәтте кәүҙәләндерә ала. Улай ғына түгел, конкретлыҡҡа ни тиклем нығыраҡ ирешһә, яҙыусының гөмүмде һынландырыусы шул тиклем уңышлыраҡ була.
Абстракт төшөнсә һәм күренештәргә йән өрә алырҙай конкретлыҡ – шулай итеп, образдың иң әһәмиәтле үҙенсәлеге.
Художестволы образдың өсөнсө бер үҙенсәлеген кинәйә тип атарҡа мөмкин.