Слайд 1
«Учалылағы мәғариф: кисә, бөгөн, иртәгә» исемле муниципаль фәнни-практик конференция конкурсына
тикшеренеү эше
Мәктәбем тарихы
Башҡарҙы: Мәҫкәү урта мәктәбенең
3 класс уҡыусыһы Әбйәлилова Арина
Етәксеһе: башланғыс кластар уҡытыусыһы
Мәүлитова Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы
Слайд 2
«Һәр кеше үҙенең ауылының, халҡының тарихын белергә тейеш»,– тигән боронғолар, ә
инде белем алған мәктәбеңдең тарихын белеү
ауылыңдың данын тағы арттыралыр, тип уйлайым
Слайд 3Ошо тарихты өйрәнеү – эҙләнеү эшемдең маҡсаты булып тора. Үҙеңдең мәктәбеңдең үткәнен,
тормошон өйрәнеү – бик ҡыҙыҡлы, файҙалы, кәрәкле эш. Маҡсатыма ирешер өсөн түбәндәге бурысты үтәнем: мәктәп тарихы буйынса факттарҙы табыу, өйрәнеү һәм башҡаларға еткереү.
Слайд 4 Эҙләнеү эшемдең гипотезаһы: Әгәр мәктәбеңдең тарихын яҡшы белһәң, мәктәпкә барып
ҡына ҡайтмайһың, мәктәбеңә хөрмәт йөҙөнән - тырышып уҡыйһың, уны һаҡлайһың, үҫтерәһең,
шәхес булып йәшәйһең
Слайд 5Мәҫкәү ауылының тәүге уҡытыусыһы Хәмитов Ишмөхәмәт Хәмит улы була. Ул 1890
йылда ошо ауылда тыуған. Үрге Урал (Верхнеуральск) мәҙрәсәһен 1910 йылда тамамлай
Слайд 6
Ул ауыр йылдарҙа эшләгән Мәҫкәү мәктәбе уҡытыусылары исемлеге
Хәбетдинов Мөхәмәҙи Хөббетдин
улы
Хәмитов Ишмөхәмәт Хәмит улы
Ғәниева Хәҙисә (Сораман)
Йыһаншина Мәрйәм (Сораман)
Мәхмүтов (Сораман)
Шакирова Фая (Сораман)
Дауытова Фәриҙә
Ваһапов Йосоп (Үрге Урал ҡалаһы)
Вәлитова Мәрхәбә Хәҙис ҡыҙы
Слайд 7Вәлиев Нәжип Хәлит улы
............ Мәфтуха
Ниғәмәтуллина Вәсилә Әхмәт ҡыҙы
Латыпова Әнүзә (Наурыҙ ауылы)
– 1951йыл
Лоҡманова Хәсибә Хәҙис ҡыҙы
Мирасова Зилиә Закир ҡыҙы
Хисбуллина Фәнүзә Ғәтиәт ҡыҙы
Бапанина (Нажарова) Хәснә Усман ҡыҙы (Сәнсәр ауылы)
Бүләкова Тәслимә Хәйбулла ҡыҙы
Төҙөүсеһе Ғәлин Жәүҙәт Лоҡман улы
(Мәҫкәү урта мәктәбенең уҡытыусы-ветераны),
уға ярҙам итеүсе
Камалова Мәфрүзә Хәмит ҡыҙы (Наурыҙ ауылы),
15-17 август 2015 йыл
Слайд 8Ниғәмәтуллина Вәсилә Әхмәт ҡыҙы
Слайд 12Мәҫкәүҙә шул йылдарҙа Вәлитова Мәрхәбә Хәҙис ҡыҙы эшләй. Ул 1914 йылдың
10 июнендә Ҡаҙаҡҡол ауылында бай ғаиләлә тыуған.
Слайд 13Олатайым, Ҡадир Закир улы ла ошо
4 йыллыҡ мәктәптә белем алған.
2 һәм 4 кластарҙа - Нәжип Хәмит улы Вәлиев,
1 һәм 3 класта Мәрхәбә Хәҙис ҡыҙы Вәлитова уҡытты
тип хәтерләй олатайым.
Слайд 144-се кластан һуң балалар уҡыуҙы Наурыҙ урта мәктәбендә дауам итәләр ине.
Ул заманда 9-10 йәшлек бала-саға интернатта йәшәп, үҙ көндәрен үҙҙәре хәл итергә тейеш булғандар
Слайд 15 1976 йылдың 1 сентябре Мәҫкәү ауылы балаларына, ата-әсәләргә, уҡытыусыларға ҙур
ҡыуаныс килтерә. Ауылда белем алыу өсөн бөтә шарттары, йыһаздары булған
8 йыллыҡ яңы мәктәп асылып, файҙаланырға тапшырыла.
Слайд 16
Фәрит Закир улы бына шунда үҙенә бурыс ала: нисек кенә булмаһын,
ошо йылда Мәҫкәүҙә
һигеҙ йыллыҡ мәктәп төҙөтөргә.
Слайд 17Райсовет рәйесе Барый Кәлимулла улы Әлимсурин бер аҙ аҡса бүлеп,
бура
һалдыртыу өсөн ағас бирә
Слайд 18Бураны барып алғас, ауыл халҡы көсө менән, өмә һалып мәктәпте күтәрәләр
Слайд 19
Төҙөлөш эшен һуңғы ҡаҙағына тиклем Вәлит Шакиров етәкселегендә ауылдың балта оҫталары
өс ай эсендә
тамамлап ҡуялар
Слайд 21 Йорт әҙер булғас, мәктәпте уҡыу йыһаздары менән тәьмин итеүҙе, уҡытыусылар
йәлеп итеүҙе, башынан-аҙағына тиклем башланғыс мәктәп мөдире
Фәнүзә Ғәтиәт ҡыҙы Хисбуллина үҙ өҫтөнә ала
Слайд 22Яңы мәктәпкә эшкә килгән уҡытыусылар:
Ғәлина Фәниә Шакир ҡыҙы
Ғәлин Жәүҙәт Лоҡман
улы (Мәҫкәү ауылы)
Бүләков Риман Шаймарҙан улы – мәктәп директоры
Бүләкова Оксана Шакирйән ҡыҙы
Ғәйнуллин Фәтих Вәли улы (Ҡобағош)
Ғәйнуллина Гүзәл Әнүәр ҡыҙы
Ғарипов Рәсүл Абдрахман улы
Ғарипова Гөлсирә Ғаҡыл ҡыҙы (Миндәк)
Дауытов Ғамир Хәсән улы – мәктәп директоры
Дауытова (Мансурова) Әсмә Сәғәҙәт ҡыҙы
Слайд 23Хасанов Фәрит Радик улы (Өргөн)
Йәһүҙин Данияр Халидар улы
Бүләкова (Шакирова) Алмасара Вәлит
ҡыҙы
Ишмийәрова Рәүзилә Әхмәҙулла ҡыҙы (Байрамғол)
Шайбакова (Насибуллина) Гөлфиә Әхмәҙулла ҡыҙы (Рысай) – 1982-2012
Слайд 24 Бүләков Риман Шаймарҙан улы –
мәктәп директоры
Бүләкова Оксана Шакирйән ҡыҙы
Слайд 25Ғарипов Рәсүл Абдрахман улы
Ғарипова Гөлсирә Ғаҡыл ҡыҙы (Миндәк)
Слайд 26Мәктәп асылыу менән директор булып эшкә Бүләков Риман Шаймарҙан улы килә.
Беҙҙә ике йыл эшләгәс, Сәфәр мәктәбенә эшкә китә.
Слайд 271978 йылда Мәҫкәү мәктәбе директоры булып Дауытов Ғамир Хәсән улы тәғәйенләнә.
Ул 1941 йылдың 13 ғинуарында Рафиҡ ауылында донъяға килә
Слайд 28 Дауытова Әсмә Сәғәҙәт ҡыҙы үҫтергән баҡса Өфөлә уҙған күргәҙмәлә беренсе
урын ала. Район буйынса бер нисә тапҡыр тәүге урынға сыға
Слайд 29Рәсәй Федерацияһы отличнигы Әсмә Сәғәҙәт ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй
Слайд 31Мәҫкәү мәктәбенә оҙаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән дәрес биреүсе Фәниә
һәм Жәүҙәт Ғәлиндар
Слайд 32Хәснә Усман ҡыҙы, уҡытыусы һөнәрен үҙләштергәс, Мәҫкәү ауылында
эшләй башлай
Слайд 33Мәҫкәү урта мәктәбе 1996 йылға тиклем төп белем биреү учреждениеһы була.
1996 йылда мәктәп урта мәктәпкә әйләндерелә, йәғни 11 йыллыҡ уҡытыу программаһы индерелә. Уҡытыу ике сменала ойошторола.
Слайд 34Уҡытыусылар коллективы ла йәшәрә
Слайд 35Үҙебеҙҙең мәктәптә белем алған уҡыусыларыбыҙ мәктәпкә уҡытыусы булып эшкә ҡайтты
Слайд 36 Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы Мәүлитова,
Тәлғәт Талип улы Садыҡов,
Ләйзә Әсғәт
ҡыҙы Әхмәҙиева,
Әлмирә Мөғәлим ҡыҙы Бүләкова,
Наил Фәләх улы Бүләков,
Гөлшат Жәүҙәт ҡыҙы Лоҡманова.
Алмасара Вәлит ҡыҙы Бүләкова ошо мәктәпкә ҡырҡ йылға яҡын ғүмерен бирҙе, бөгөнгө көндә ул Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
Слайд 37Мәҫкәү ауылына килеп төпләнгән уҡытыусыларыбыҙ абруйлы эшләйҙәр, матур донъя көтәләр. Улар:
Садыҡова (Ғәниева) Гөлсинә Мидаҡ ҡыҙы (Уральск)
Рәхмәтуллина (Сөләймәнова) Фәнүзә Ғабдулхай ҡыҙы (Иҫтамғол)
Шакирова (Әһлиуллина) Ләлә Ишмөхәмәт ҡыҙы (Миндәк)
Шәһәрғәзина Гөлназ Урал ҡыҙы
Ғайсина (Мөхәмәҙиева) Гүзәл Алмас ҡыҙы (Уральск)
Слайд 38Егерменсе йыл инде 11 йыллыҡ мәктәп булғанға!
Слайд 41Эште 3 класс уҡыусыһы
Әбйәлилова Арина башҡарҙы
Слайд 42
Йомғаҡлау
Мәктәбем тарихы
ошо мәктәбемде ҡәҙерләргә,
тырышып уҡырға,
төплө белем алырға
өйрәтә
Олатайымдың әйткән һүҙҙәренә яйлап төшөнәм, ул йыш ҡына: “Балам, беҙ һалған мәктәптең ҡәҙерен белеп уҡы, беҙ заманында тырышмаһаҡ, ҡайҙа уҡыр инегеҙ”, тип ҡабатлай. Рәхмәт һиңә, олатай!
Слайд 43
Ҡулланылған әҙәбиәт
1. “Мәктәп нисек төҙөлдө“ мәҡәләһе, Фәрит Ғайсин, Мәҫкәү ауылы, “Яйыҡ”
гәзите, 22.01.2000йыл
2. “Оҙаҡ йылдар мәктәптә“ мәҡәләһе, Лилиә Мәүлитова, Ташҡыя ауылы, “Яйыҡ” гәзите, 11.07.2002йыл
3. “Мәктәп тураһында тәүге мәғлүмәттәр” мәҡәләһе, Жәүҙәт Лоҡман улы Ғәлин яҙмаларынан
4. “Яйыҡ” гәзите биттәрендә мәктәп тураһында сыҡҡан мәҡәләләр юлдары файҙаланылды
5. Мәктәп тураһынада йыйған мәғлүмәттәр, Ғайсин Ҡадир Шакир улы яҙмаларынан