Тәбиғәтте ҡурсалау- илде һаҡлау
Тәбиғәтте ҡурсалау- илде һаҡлау
Инеш һүҙ
Йәғәфәрова Айһылыу
Һандуғас моңо. Әкиәттәр, хикәйәләр, пьесалар.- Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 2001.- 176 бит.
Был китапҡа билдәле әҙибәнең әкиәттәре, хикәйәләре һәм драма әҫәрҙәре индерелде. Әҫәрҙәрҙә яҡшылыҡ менән яуызлыҡ, яманлыҡ менән матурлыҡ, ил-ергә тоғролоҡ кеүек мәңгелк темалар үҙенсәлекле кәүҙәләнә.
Янышев Фәнис
Көрмөт һандуғасы=Курмутский соловей: әкиәттәр, хикәйәләр-Өфө: Китап, 2016.- 152
Билдәле яҙыусы Ф.Янышевтың был китабында башҡортһәм рус телдәрендә төрлө йәнлектәр, ҡоштар, бөжәктәр, үлән-сәскәләр донъяһы тураһындағы гүзәл тәбиғәтебеҙ тормошон сағылдырған мауыҡтырғыс әкиәт, хикәйәләре тәҡдим ителә. Мөғжизәгә, серле мажараларға бай әҫәрҙәр уҡыусылар күңеленә хуш килер тип ышанабыҙ.
Тимерханов И.Х.
Урман кешеһенең алтыны: әкиәттәр, хикәйәләр, шиғырҙар- Өфө: Китап, 2016- 216 бит.
Был китапҡа тупланған әкиәт, хикәйә, шиғыр һәм һүрәтләмәләрҙә автор уртаҡ йортобоҙ булған тәбиғәтте өйрәнергә, аүларға, яратырға, һаҡларға, тирә-яҡ мөхит менән килешеп йәшәргә саҡыра
Ниғмәтуллин Р.Х.
Урланған урман: хикәйәт, хикәйәләр, әкиәттәр.- Өфө:Китап, 2011.- 132бит.
Шағирҙың балаларға бағышланған әҙәби мираҫы һығылмалы тел менән ижад ителгән. Мифик новеллаға тартым йөкмәткеле әҫәрҙәрҙә һәр кемгә аңлайышлы һәм яҡын темалар яҡтыртыла.
Яхин Ф.М.
Айыу батша һәм башҡалар: әкиәттәр.- Өфө: Китап, 2011.- 80 бит.
Флүр Яхин тормоштағы етешһеҙлектәрҙе, йәмһеҙ күренештәрҙе әкиәт теле менән асып һалған, уларҙа сатирик һәм юмористик сатҡылар сағылып ҡала. Әкиәт геройҙары беҙҙең арала йәшәй: бабай һыйыр һауа, ҡоймаҡ ҡоя, бәлеш бешерә, һарыҡ һөйләшергә өйрәнә, айыу батшалыҡ итә һ.б.
Автор ҡыҙыҡлы образдар тыуҙырырға ирешкән. Китап киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнә.
Тимерханов И.Х.
Юлбарыҫлан: әкиәттәр, хикәйәләр.- Өфө: Китап, 2011.- 168 бит.
И.Тимерханов был китабында бөжәктәр, балыҡтар, ҡоштар, йәнлектәр доъяһындағы, кескәй балалар тормошондағы, ғөмүмән, тирә-йүндәге мажараларҙы мауыҡтырғыс итеп тасуирлай. Уның геройҙары эскерһеҙ, бер ҡатлы, изге күңелле йән эйәләре.
Авторҙың үҙенсәлекле, фантазияға бай әкиәттәре, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле хикәйәләре барығыҙҙыңда күңеленә хуш килер тип ышанабыҙ.
Тимерханов И.
Тал-тирәктәр ҡуйынында: Әкиәт.- Өфө: Китап, 2006.- 172 бит.
Илдус Тимерханов үҙенсәлекле балалар яҙыусыһы. Ул хайуандар, кейектәр тураһында әкиәттәр, балалар тормошо хаҡында хикәйәләр яҙа. Унда ваҡиғаларға, ғәҙәттә, бала күҙлеге аша баһа бирелә.
Авторҙың геройҙары бер ҡатлы, ихлас. Улар йыш ҡына хаталан, бәләгә тарый, әммә барыбер үҙҙәренең тәүге маҡсаттарныа тоғро ҡала.
Если не удалось найти и скачать презентацию, Вы можете заказать его на нашем сайте. Мы постараемся найти нужный Вам материал и отправим по электронной почте. Не стесняйтесь обращаться к нам, если у вас возникли вопросы или пожелания:
Email: Нажмите что бы посмотреть