Презентация на тему Виртуаль китап күргәҙмәһе

Презентация на тему Виртуаль китап күргәҙмәһе, предмет презентации: Литература. Этот материал содержит 6 слайдов. Красочные слайды и илюстрации помогут Вам заинтересовать свою аудиторию. Для просмотра воспользуйтесь проигрывателем, если материал оказался полезным для Вас - поделитесь им с друзьями с помощью социальных кнопок и добавьте наш сайт презентаций ThePresentation.ru в закладки!

Слайды и текст этой презентации

Слайд 1
Текст слайда:

Башҡортостан Республикаһының муниципаль районы Бөрйән районы Культураның муниципаль бюджет ойошмаһы «Бөрйән үҙәкләштерелгән библиотека системаһы» Әтек ауыл бибилиотекаһының виртуаль китап күргәҙмәһе

Тәбиғәтте ҡурсалау- илде һаҡлау


Слайд 2
Текст слайда:

Һыҙылып ҡына таң ата... Бар донъя уяна. Ошо миҙгелдә ҡояш бөтә тирә - яҡты наҙлап ҡына иркәләй. Япраҡтарҙағы, үлән өҫтөндәге ысыҡ тамсылары ынйы булып күҙ яуын үҙенә йәлеп итә. Сәскәләр еҫе аңҡый. Рәхәтләнеп күкрәгеңде киңәйтеп тын алаһың, ниндәй рәхәт. Ошондай гүзәллекте, сафлыҡты бөтә кеше күрә белә микән!? Был миҙгелде туҡтатып була микән!? Ағастар, әйтерһең бер-береһен сәләмләй, талғын ғына баш ҡағалар.
Башҡортостан тәбиғәте бик бай, ләкин уның ҡалын урмандары, мул һыулы йылғалары, зәңгәр күлдәре яҡлауға, һаҡлауға мохтаж.
Тәбиғәтте ысынлап та яратҡан, киләсәк быуындар алдында яуаплылыҡ тойған һәр кеше тыуған еребеҙ күркен һаҡлау өсөн бөтә көсөн һалырға тейеш.
Тыуған яҡ күгендә йондоҙҙар
Тоноҡланһа бер көн, нишләрмен.
Әгәр ҙә ҡороһа һуңғы тал,
Серемде кемдәргә һөйләрмен?
Һандугастар биҙһә баҡсамдан,
Ят күрһә еремде торналар,
Нишләрмен, кипһәләр күлдәрем,
Ҡороһа сәскәле урмандар?
Турғайҙар осмаһа бейектә,
Тоҙланһа саф һыулы шишмәләр,
Һайыҡһа илемдә йылғалар,
Киләсәк быуындар нишләрҙәр?

Инеш һүҙ


Слайд 3
Текст слайда:

Тссс...Был нимә? Ниндәй тылсымлы тауыш ишетелә? Сут-сут, сут-сут...Һандуғас... Ҡайындарға баҫып, сәңгелдәктәге бала һымаҡ, талғын ғына тирбәлә торған һандуғастар, ишетелер-ишетелмәҫ кенә шылтыраған һыу тауыштарына ҡушылып һайрайҙар, һоҡланып туймаҫлыҡ матур тәбиғәт музыкаһы төҙөйҙәр.

Йәғәфәрова Айһылыу
Һандуғас моңо. Әкиәттәр, хикәйәләр, пьесалар.- Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 2001.- 176 бит.

Был китапҡа билдәле әҙибәнең әкиәттәре, хикәйәләре һәм драма әҫәрҙәре индерелде. Әҫәрҙәрҙә яҡшылыҡ менән яуызлыҡ, яманлыҡ менән матурлыҡ, ил-ергә тоғролоҡ кеүек мәңгелк темалар үҙенсәлекле кәүҙәләнә.

Янышев Фәнис
Көрмөт һандуғасы=Курмутский соловей: әкиәттәр, хикәйәләр-Өфө: Китап, 2016.- 152
Билдәле яҙыусы Ф.Янышевтың был китабында башҡортһәм рус телдәрендә төрлө йәнлектәр, ҡоштар, бөжәктәр, үлән-сәскәләр донъяһы тураһындағы гүзәл тәбиғәтебеҙ тормошон сағылдырған мауыҡтырғыс әкиәт, хикәйәләре тәҡдим ителә. Мөғжизәгә, серле мажараларға бай әҫәрҙәр уҡыусылар күңеленә хуш килер тип ышанабыҙ.


Слайд 4
Текст слайда:

Кеше- тәбиғәт балаһы. Тирә-яҡ мөхиттең саҡ ҡына үҙгәреүе лә беҙҙең йәшәйешебеҙгә, һаулығыбыҙға ҙур тәьҫир яһай.

Тимерханов И.Х.
Урман кешеһенең алтыны: әкиәттәр, хикәйәләр, шиғырҙар- Өфө: Китап, 2016- 216 бит.
Был китапҡа тупланған әкиәт, хикәйә, шиғыр һәм һүрәтләмәләрҙә автор уртаҡ йортобоҙ булған тәбиғәтте өйрәнергә, аүларға, яратырға, һаҡларға, тирә-яҡ мөхит менән килешеп йәшәргә саҡыра

Ниғмәтуллин Р.Х.
Урланған урман: хикәйәт, хикәйәләр, әкиәттәр.- Өфө:Китап, 2011.- 132бит.
Шағирҙың балаларға бағышланған әҙәби мираҫы һығылмалы тел менән ижад ителгән. Мифик новеллаға тартым йөкмәткеле әҫәрҙәрҙә һәр кемгә аңлайышлы һәм яҡын темалар яҡтыртыла.


Слайд 5
Текст слайда:

Төйәгебеҙ ғәжәп бай бит ул: үҙ халҡын тәьмин итерлек еләк-емеше, ҡош-ҡорто, кейек-йәнлеге, балығы, йорт-ҡаралта булыр ағасы, файҙалы ҡаҙылмалар – һәммәһен һанап бөтөү мөмкин түгел…

Яхин Ф.М.
Айыу батша һәм башҡалар: әкиәттәр.- Өфө: Китап, 2011.- 80 бит.

Флүр Яхин тормоштағы етешһеҙлектәрҙе, йәмһеҙ күренештәрҙе әкиәт теле менән асып һалған, уларҙа сатирик һәм юмористик сатҡылар сағылып ҡала. Әкиәт геройҙары беҙҙең арала йәшәй: бабай һыйыр һауа, ҡоймаҡ ҡоя, бәлеш бешерә, һарыҡ һөйләшергә өйрәнә, айыу батшалыҡ итә һ.б.
Автор ҡыҙыҡлы образдар тыуҙырырға ирешкән. Китап киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнә.

Тимерханов И.Х.
Юлбарыҫлан: әкиәттәр, хикәйәләр.- Өфө: Китап, 2011.- 168 бит.

И.Тимерханов был китабында бөжәктәр, балыҡтар, ҡоштар, йәнлектәр доъяһындағы, кескәй балалар тормошондағы, ғөмүмән, тирә-йүндәге мажараларҙы мауыҡтырғыс итеп тасуирлай. Уның геройҙары эскерһеҙ, бер ҡатлы, изге күңелле йән эйәләре.
Авторҙың үҙенсәлекле, фантазияға бай әкиәттәре, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле хикәйәләре барығыҙҙыңда күңеленә хуш килер тип ышанабыҙ.


Слайд 6
Текст слайда:

Бүреләр өйөрө

Бүреләр Хәкимде, әлбиттә, тәүҙә Таллыҡҡа керетмәне. Ҡарауылда торғаны, кеше еҫе һиҙеп, ырылдап ҡуйҙы. Уның ҡырыҫ тауышын ишетеп, ҡалғандары ла баш ҡалҡытты….
****************************************
Ултырғайны Хәйбүш «кәмәгә»
Ауыл ситендәге оло быуаға малай-шалайҙар кәритә алып килеп, ситтәренән ике аяҡтарын һәлендереп ултырала ҙа, ҡулдары менән ишеп, кәмәлә барған кеүек йөҙөп уйнайҙар. Ағас ялғаштар юҡ хәҙер. Бөтәһенеке лә ҡалай кәритә….
****************************************
Ғәптерәй ҡасҡын тота
Участка инспекторы Ғәптерәй, ҡасҡын Хәким Өфөнән таллыҡҡа ҡайтҡас, шул яҡтан күҙен алманы. Бер нисә мәртәбә урман ауыҙына килеп, һағалап ултырҙы. Тик ҡасҡындың Таллыҡтан аҡланға сыҡҡаны күренмәне….

Тимерханов И.
Тал-тирәктәр ҡуйынында: Әкиәт.- Өфө: Китап, 2006.- 172 бит.
Илдус Тимерханов үҙенсәлекле балалар яҙыусыһы. Ул хайуандар, кейектәр тураһында әкиәттәр, балалар тормошо хаҡында хикәйәләр яҙа. Унда ваҡиғаларға, ғәҙәттә, бала күҙлеге аша баһа бирелә. Авторҙың геройҙары бер ҡатлы, ихлас. Улар йыш ҡына хаталан, бәләгә тарый, әммә барыбер үҙҙәренең тәүге маҡсаттарныа тоғро ҡала.


Обратная связь

Если не удалось найти и скачать презентацию, Вы можете заказать его на нашем сайте. Мы постараемся найти нужный Вам материал и отправим по электронной почте. Не стесняйтесь обращаться к нам, если у вас возникли вопросы или пожелания:

Email: Нажмите что бы посмотреть 

Что такое ThePresentation.ru?

Это сайт презентаций, докладов, проектов, шаблонов в формате PowerPoint. Мы помогаем школьникам, студентам, учителям, преподавателям хранить и обмениваться учебными материалами с другими пользователями.


Для правообладателей

Яндекс.Метрика