Республиканский конкурс Лучшая башкирская книга года. Номинация: Мастера детской поэзии презентация

Содержание

ВӘРИС ЙӘҒӘФӘР УЛЫ АҠБАШЕВ: Өлкәндәр һәм балалар өсөн яҙылған биш китап авторы. Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премия лауреаты. Ауырғазы районының «Зәңгәр шишмә» әҙәби

Слайд 1Яныбаевская сельская библиотека-филиал №26 МАУК «ЗМЦБ»
Республиканский конкурс
«Лучшая башкирская книга года»
Номинация:

«Мастера детской поэзии»

Составитель: Библиотекарь Хусаинова Н.Г.

2016

Слайд 2ВӘРИС ЙӘҒӘФӘР УЛЫ АҠБАШЕВ: Өлкәндәр һәм балалар өсөн яҙылған

биш китап авторы. Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премия лауреаты. Ауырғазы районының «Зәңгәр шишмә» әҙәби берекмәһе етәксеһе. Уның шиғырҙарына бик күп йырҙар ижад ителгән.

Слайд 3Бына ул әҙәбиәт йылында 1000 дана тираж менән

нәшер ителгән китап үҙ уҡыусыларын көтә.



Слайд 4Башҡортостанда үткәрелгән «Китапханаға китап бүләк ит!» шәфҡәтлелек акцияһы сиктәрендә, китап һөйөүселәр

ҡулдарына был китапты алып һөйөндө.

Слайд 5АҠБАШЕВ,В.Й. БЕҘ – АҒИҘЕЛ БАЛАЛАРЫ: ШИҒЫРҘАР/ ВӘРИС АҠБАШЕВ.- ӨФӨ: КИТАП, 2015.

– 56 БИТ.






Слайд 6Ниндәй рәхәт,туған телдә, Әсәй,тиеп өндәшһәм. Изге хисле уйҙарымды Шул тел менән өләшәм. Ниндәй бәхет йәшәү

үҙе, Тойоу шуны күңелле: Ҡояш,Ай ҙа,йондоҙҙар ҙа Белә туған телемде.





Слайд 7Автор, уҡыусыларға ҡояштай нурлы киләсәк теләп,

гүзәл тәбиғәтле сихри донъяға сәйәхәткә саҡыра.

Слайд 8Туған телебеҙҙе тойған мөғжизәле, гүзәл тәбиғәтебеҙҙең һәр миҙгеле үҙенсәлекле сағылыш

таба, һәр баланың күңеленә үтеп инә.






Слайд 9 Яҙ – шундай серле миҙгел:


Слайд 10Һыуыҡ ҡыш артҡа сигенде, Йәшел балаҫ йәйҙе яҙ. Тәбиғәттең гүзәллеген Аңлатырға һүҙҙәр аҙ. Йәшеллектең өҫтәрендә Мең

– мең төрлө сәскәнән, Тирә – йүнгә ынйы төҫлө, Ысыҡ - тамсы сәселә.




Слайд 11 Яҙҙар етте,тамсылар Уйнап ергә тамалар. Һайра–һайра,сыйырсығым, Шаян тамсы,там да там.



Слайд 12Ләйсән ямғыр яуып үтте Тирә-йүнде иркәләп. Ысыҡ-тамсыла үҙен күреп, Биҙәнде бер күбәләк.



Слайд 13Йәй йәмдәре йәнгә рәхәт :



Слайд 14Сәскә булып, аҡланда Ҡалыр инем бер көнгә. Уларҙың ни кисергәнен Үҙем тойоп,белергә. Ысыҡ тамсылары

ҡунып, Улар ихлас йылмая. Күңелдәрҙе шатландырып, Әйтерһең дә, моң аға.

Слайд 15ТЫНЫС ҠЫНА КҮК ГИҘГӘНДӘ ҠОЯШТЫҢ ШАЯН НУРЫ, КҮКШЕЛ КҮЛДӘКЛЕ БОЛОТТОҢ ҠЫТЫҠЛАНЫ БЕР УЛЫН. ТҮҘӘ

АЛМАЙЫНСА КӨЛДӨ БЕР БОЛОТ, ЙӘШТӘР ТАМДЫ КҮҘЕНӘН, АҠЛАНЫ – ПАКЛАНЫ ЕРҘЕ, АҠТЫ АРБА ЭҘЕНӘН. ЙҮГЕРЕП ШАЯН ГӨРЛӘҮЕК ҠУШЫЛДЫ ЛА ЙЫЛҒАҒА, ШАТ ЙЫР ТАРАТЫРҒА КИТТЕ МАТУР ЯҠТЫ ДОНЪЯҒА.

Слайд 16Йәш ҡайынға иркәләнә Ал таң елдәре. Устарыма иреп тама Ҡурай еләге. Тәбиғәттең гүзәллеге Биләй уйҙарҙы. Сағылышын күлдә

күреп, Ҡояш йылмайҙы.

Слайд 17Һары күлдәкле көҙбикә :


Слайд 18Алҡаларын элеп,миләш Тулҡынлана саф елгә. Ниндәй матурмын икән,тип Шәүләһен ҡарай күлдә.


Слайд 19Яҡты нурын һибә Ҡояш Әбейҙәр сыуағында. Оса-ҡуна ҡоштар һайрай Мәрүәр ҡыуағында. Һоҡланғыс гүзәл үҙең, Алтын көҙ,серҙәшкәйем. Тик

шулай ҙа ҡабаланып, Ашығып килгәндәйһең.

Слайд 20 Сал сәсле,аҡ буранлы ҡыш :


Слайд 21Нурҙар менән моң һибелә Ҡайындар,шыршыларға. Ынйы ҡар шығырлап атлай Ҡыш таңын ҡаршыларға.


Слайд 22Ҡышҡы һыуыҡ өшөткәндә, Ҡарлы буран ҡотороп, Ҡыҙылтүштәр миләш һанай Ағастарға ултырып.


Слайд 23 Әкрен генә йырын һуҙҙы Йылы елкәйем. Ниндәй матур,нурлы,моңло Тыуған еркәйем!


Слайд 24ГҮЗӘЛ ТӘБИҒӘТЕБЕҘҘЕҢ ҺӘР МИҘГЕЛЕНЕҢ ҺУЛЫШЫН ТОЙҘОҠ. ДҮРТ МИҘГЕЛ ДӘ ҮҘЕНСӘ МАТУР, ЙӘНЛЕ ҺӘМ

БАЛҠЫШЛЫ, БЕҘҘЕҢ КҮҢЕЛГӘ ЯҠЫН,СӨНКИ БЕҘ – АҒИҘЕЛ БАЛАЛАРЫ ОШО ТӘБИҒӘТ МЕНӘН БӘЙЛЕБЕҘ, ОШО ТӘБИҒӘТТӘ ЙӘШӘЙБЕҘ.



Слайд 25Беҙ – Ағиҙел балалары: Шат,шаянбыҙ,тиктормаҫ. Тулҡын ярып көс йыйғандар Ҡул ҡаушырып ултырмаҫ. Үҫкәс,төрлө һөнәргә лә Оҫта

булыр ҡулыбыҙ: Етмеш ете төрлө һөнәр Эйәләре булырбыҙ!

Слайд 26 Вәрис Аҡбашевтың китабы буйынса мөғжизәле тәбиғәтебеҙгә сәйәхәтебеҙ тамам.


Слайд 27 Беҙ ҙә ошо гүзәл тәбиғәтте – мәңге шиңмәҫ гөлбаҡсаны һаҡлайыҡ. Юҡҡа ғынамы

ни илебеҙ 2017 йылды тәбиғәтте һаҡлау йылы тип иғлан итмәне.



Обратная связь

Если не удалось найти и скачать презентацию, Вы можете заказать его на нашем сайте. Мы постараемся найти нужный Вам материал и отправим по электронной почте. Не стесняйтесь обращаться к нам, если у вас возникли вопросы или пожелания:

Email: Нажмите что бы посмотреть 

Что такое ThePresentation.ru?

Это сайт презентаций, докладов, проектов, шаблонов в формате PowerPoint. Мы помогаем школьникам, студентам, учителям, преподавателям хранить и обмениваться учебными материалами с другими пользователями.


Для правообладателей

Яндекс.Метрика