Ұлы Отан соғысы туралы кітаптар презентация

Йөрәктәрҙе әрнетерлек йылдар яраһы Ғәҙелгәрәй ауыл китапханаһы Конкурс: “Иң яҡшы виртуаль китап күргәҙмәһе”

Слайд 2Йөрәктәрҙе әрнетерлек йылдар яраһы
Ғәҙелгәрәй ауыл китапханаһы

Конкурс: “Иң яҡшы виртуаль китап күргәҙмәһе”


Слайд 3Еңеү! Ҡояш балҡый бер битеңдә
Бер битеңдә моңһоу ай һаман!
Бер күҙеңдән шатлыҡ

нуры һибелә,
Бер күҙеңдән һаман йәш тама…
(М.Кәрим)

Слайд 4 Һуғыш! Ҡәһәрле был

һүҙҙе ишетеү менән йөрәктәр ҡыҫыла, меңәрләгән әсәләрҙең күҙ йәше күңелде өтөп ала, гонаһһыҙ сабыйҙарҙың йөрәк өҙгөс ауазы мейеләрҙе телеп үткәндәй. Ғәзиз иле, ата-әсәһе, балалары, бөтә кешелек өсөн йәнен аямай ут эсенә ташланған яугирҙәр күҙ алдынан үтә. Бөйөк Ватан һуғышының шанлы йылдары алыҫайған һайын яу ҡырҙарында үлемһеҙ ҡаһарманлыҡтар күрһәткән яугирҙәр беҙгә ҡәҙерлерәк була бара. Ватаныбыҙҙың азатлығы, беҙҙең бәхетле киләсәк өсөн улар боҙҙай һыуыҡ окоптарҙа күпме төн үткәрҙе, ғәрәсәтле меңәрләгән саҡрым араны арыу-талыуһыҙ йәйәү үтте, дошман менән боғаҙға-боғаҙ алышты, аҙым һайын үлем менән күҙгә-күҙ осрашты. Һәм еңеүсе булып, үҙҙәрен мәңгелек данға күмеп, тыуған яҡтарына ҡайтты. Бик күптәр һуғыш яландарында мәңгелеккә ятып ҡалды...

Слайд 5


Башҡорт әҙәбиәтендә һуғыш әҫәрҙәре айырыуса ҙур, мөһим урын алып тора. Тиҫтәләгән романдарҙы, йөҙләгән повестарҙы һәм хикәйәләрҙе, меңләгән иҫтәлектәрҙе һәм шиғырҙарҙы бергә туплаһаң, моғайын да, йөҙ томлыҡ әҙәбиәт йыйналыр ине.

Слайд 6Тыуған ергә еңеп ҡайтырмын мин, Үтеп ошо һуғыш юлдарын!


Слайд 7 Подвиги их – бессмертны [Текст]:Справочник/авт.-

сост. Р.А. Валишин, А.М. Бакирова, Т.Г. Динисламов и др. – Уфа: Китап, 2015. - 568 с.

Был белешмәлә Советтар Союзы һәм Дан ордены тулы кавалеры исеменә лайыҡ булған Башҡортостан яугирҙәре тураһында мәғлүмәттәр тупланған.

Слайд 8 Они вернулись с Победой. [Текст]

Списки военнослужащих, вернувшихся живыми с Великой Отечественной войны 1941-1945 гг. – Уфа: Китап, 2001, - 656 с.

Был китапта Бөйөк Ватан һуғышынан иҫән ҡайтҡан Башҡортостан һуғышсыларының исемлеге тупланған.

Слайд 9Ҡоростар иреп янды – беҙ яҙманыҡ



Слайд 10 Еңеүҙең йәшел төҫө. В погонах

и без погон [Текст] - Өфө: Китап, 1996. – 400 бит.


Йыйынтыҡҡа фронтовик журналистарҙың очерктары, иҫтәлектәре, улар хаҡында һүрәтләмәләр тупланған.





Слайд 11 Атайҙар менән бер сафта

[Текст] /- Өфө: Китап, 2010. – 160 бит.


Был йыйынтыҡҡа Бөйөк Ватан һуғышында немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы, өлкәндәр менән бер сафҡа баҫып, аяуһыҙ көрәш алып барған герой пионерҙар хаҡында.


Слайд 12 Ильясов С. М. [Текст] : Яраһаҙ

яралары. - Өфө: Китап, 2010. – 48 бит.


С. Ильясовтың яҙмаларында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Вәлиәхмәт Ғәйнуллиндың Башҡорт кавалерия дивизияһы составында үткән хәрби юлы тасиурлана. Аталы-уллы һуғышсыларҙың яу яланында осраҡлы рәүештә тап булышыуҙары- һирәк күренеш.

Слайд 13 Ҡотлогилдина З. С. Һуғыш яралаған бала

саҡ [Текст] : документаль публицистика / Зөһрә Ҡотлогилдина . – Өфө: Китап, 2015. – 356 бит.
Был китапта Башҡортостандың 30-ҙан ашыу район һәм ҡалаларында, Ҡаҙағстанда, Татарстанда һәм Һамар өлкәһендә йәшәгән тыл ветерандарының иҫтәлектәре тупланған. Еңеү өсөн ҡаһармандарса, үҙ- үҙҙәрен аямай эшләгән, аслыҡтан, яланғаслыҡтан интекһәләр ҙә, барыһы ла фронт өсөн тип тырышҡан оло быуын кешеләренең хәтирәләре китапта урын алған.

Слайд 14 Һуғыш балалары – тарих яралары

[Текст]:хәтирәләр, иҫтәлектәр. Өфө: Китап, 2010. -244 бит.


Авторҙың был китабында Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына 65 тыл ветеранының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылдағы бөтә ауырлыҡтарҙы үҙ иңдәрендә күтәргән ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм балаларҙың иҫтәлек-хәтирәләре тупланған.

Слайд 15 Кеше яҙмышы [Текст]: проза йыйынтығы/(төҙөү С. Н.

Шәрипов). - Өфө : Китап, 2015.- 236 бит.


Был китапҡа киң билдәле яҙыусыларҙың: Б. Васильев, М. Шолохов, Т. Ғиниәтуллин, В. Быков, Н. Илюмжинов, С. Айтматовтың башҡортсаға тәржемәлә Бөйөк Ватан һуғышы темаһына арналған әҫәрҙәре тупланған.

Слайд 16 Сәмихов Х. И. Порт-Артур юлы

[Текст]: повесть. - Өфө: Китап, 2009 – 88 бит.


Бөйөк Ватан Һуғышы ветераны, Японияға ҡаршы көрәштә ҡатнашҡан яугир, күренекле журналист Хәмит Сәмиховтың әҫәрендә Башҡортостан егеттәренең Ватан азатлығы хаҡына күрһәткән ҡаһарманлығы сағылдырыла.

Слайд 17 Хужин Ф. М. [Текст] Дошман-ҡорал,

беҙ ихтыяр менән алдырҙыҡ. - Өфө: Китап, 2010. – 40 бит.


Был китапта Фәйруша Мөхәмәтша улының фронт йылдары хаҡындағы иҫтәлектәре тупланған. Вафат булыр алдынан, 1973-1974 йылдарҙа, ул төндәрен ултырып ҡалын дәфтәргә шул дәһшәтле йылдар тураһында хәтирәләрен яҙа.

Слайд 18

Миллионланған ҡорбандар аша яуланған Еңеү көнө беҙҙән алыҫлашһа ла, уның мәртәбәһе һәм абруйы арта ғына бара. Халыҡ хәтере мәңгелек – балаларҙы етем иткән, ҡатындарҙы тол ҡалдырған,ғәзиз улдарын юғалтҡан әсәләрҙе ҡан илатҡан был ҡәһәрле һуғыш, миллиондарса кеше ғүмерҙәре менән яулап алынған еңеү оноторлоҡ түгел.



Слайд 19Ҡырҡ биштең яҙ башына
Йырағайһа ла ара,
Еңеү көнөнөң ҡәҙере
Кәмемәй, арта бара.

(Ә. Атнабаев)

Слайд 21
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!





Китапханасы: Сирбаева Гөлфиә



Обратная связь

Если не удалось найти и скачать презентацию, Вы можете заказать его на нашем сайте. Мы постараемся найти нужный Вам материал и отправим по электронной почте. Не стесняйтесь обращаться к нам, если у вас возникли вопросы или пожелания:

Email: Нажмите что бы посмотреть 

Что такое ThePresentation.ru?

Это сайт презентаций, докладов, проектов, шаблонов в формате PowerPoint. Мы помогаем школьникам, студентам, учителям, преподавателям хранить и обмениваться учебными материалами с другими пользователями.


Для правообладателей

Яндекс.Метрика