1812 й. Ватан һуғышы обелиск
Аҫҡараҡ й.
Ғәйниә
ҡотоғо
Батша ҡотоғо
Күл тамағы
Кардон
Суҡ-муйыл, таш-
тар, Пара-
вай
Ямаш т., юлы
Урал т.
Аратау
Мәсет т.
Иҫке ыҙма
Өсөйлө
Һөрөмбәт, Иҙәнташ
Хәҙрәт шыршыһы
Ветерандар аллеяһы
Аҫҡараҡ тамағы
З.Вәлиди туҡтаған йорт урыны
Нөгөш йылғаһы буйына Темәс ауылынан бер боланан һуң Монаш исемле кеше күсеп килеп донъя көтә башлай. Мал көтә, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Утарға башҡа яҡташтары ла күсеп ултыра һәм шунлыҡтан ҙурая. Хәлле кешеләре лә арта. Ауылға исем биреү кәрәклеге килеп сыҡҡас, һәр байҙың үҙ исемен ҡалдырғыһы килгән, үҙ-ара талаш башланған. Монаш тәүҙә күсеп килеүсе булараҡ өҫтөн сыҡҡан. Ул, русса яҡшы уҡый-яҙа белгән Ғәлиәкбәр исемле егетте эйәртеп, өйәҙ үҙәге Орскиға китә. Монаш, түрәләрҙе ризалатып, ауылға үҙенең исемен бирҙертеүгә килешә һәм ҡағыҙ тултырыуҙы Ғәлиәкбәргә ҡуша. Ғәлиәкбәр байҙың тома наҙанлығын үҙ мәнфәғәте өсөн файҙалана – танытмаға үҙ исемен яҙҙыра.Ошонан алып ике быуатҡа яҡын ауылым Ғәлиәкбәр исемен йөрөтә.
Иҫкеҙма
Беҙҙең ауылдан алыҫ түгел был урын, үрге осонда ғына. Ниңә шулай атала икән ул? Беҙгә олатаһы Күл-баев Әмир Тимерҡаҙыҡ улынан ейән-сәре Таңһылыу яҙып алып ҡалдырҙы. Элек, күсенеп килеп йәшәй башлағас, халыҡ ошонда, Аҫҡараҡ йылғаһы бу-йына, килеп ултырған, сөнки был урын хәҙергегә ҡарағанда бөтә яҡтан ышыҡ булған,килгән-киткәндәрҙең кү-ҙенә салыныу мөмкинлеге булмаған. Аҙаҡ, халыҡ арта башлап, урын тарая башлағас, хәҙерге урынға күсенгән-дәр.Шул урынды хәҙер Иҫке ыҙма тип йөрөтәләр. Ыҙма элек халыҡ йәшәгән урынды аңлатҡан.
1995 йылдарҙа төҙөлгән яңы мәсеттән аҫтараҡ элек мәсет булған. Октябрь революцияһынан һуң 1961 йылға тиклем мәсетте мәктәп итеп файҙаланғандар. Яңы мәктәп төҙөлгәс, ул ташландыҡ хәлгә килә. 1984 йылда,ауылды йәмһеҙ-ләп ултыра, тип бөтөнләйгә емереп таш-ланылар.1980 йылдарҙың аҙағында ул урынға халыҡты хеҙмәтләндереү йорто төҙөлдө, һуңынан элемтә бүлексәһе бу-лып китте. Халыҡ телендә итәгендә элекке мәсет урынлашҡан тау әле лә Мәсет тауы тип йөрөтөлә.
Мәсет тауы
З.Вәлиди туҡтаған йорт урыны
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,З.Вәлиди төшөп йөрөгән йорт хәҙер юҡ, һәм шул тәң-гәлгә булһа ла таҡтаташ ҡуйылмаған. Сәғитов Зәки Хаммат улының әсәһе Ғәйшә инәй йәшәгән йорт 1990 йыл-дарҙың урталарына тиклем ныҡ бул-ған. Ул үлгәндән һуң йортто һүтеп, бү-тән маҡсатта файҙалана башланылар. Оло быуын был турала белә, ә йәштәр юҡ.
1941-1945.
Обелиск
1984 йылда 9 май байрамы-на Ғәлиәкбәр ауылы уҡытыу-сылары Әминев Фәрит Шәриф-йән улы һәм Әминев Иҙел Ағзам улы тарафынан Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусылар-ҙың хөрмәтенә обелиск асылды. Обелиск тәүҙә иҫке клуб алдын-да урынлаштырылды, һуңынан яңыртылып, кешегә күренеп тор-ған урынға күсерелде
Хәҙрәт шыршыһы
Хәҙрәт шыршыһы
Хәҙрәт шыршыһы зыярат эсендә. Ҡәберҙәргә ултыртылған ағастарҙың иң бейеге һәм ул ҡайҙан күренеп тора. Ололарҙың һөйләүенсә, бында 1918 йылда Хәлитов Әҙһәм мулла ерләнгән һәм ҡәбер өҫтөнә шыршы ултыртҡандар.
Ауылды урталай бүлеп аҡҡан Уҫағуй йылғаһының исеме ул башлан-ған ерҙә борон уҫаҡ урманына һәм уяға бәйле килеп сыҡҡан. Усаҡлы уя тора-бара Усағуй тип атала башланған. Уның һыуы шундай йомшаҡ: керҙе һәй-бәт таҙарта. Аҫҡараҡ, Нөгөш йылғала-ры ҡоромай, ә ҡалғандары яҙын-көҙөн ер дымға туйынған саҡта ғына аҡһалар ҙа, ауыл халҡына файҙаһы бар: мал эсерә, кер йыуыуға тотона, йәшелсәгә ҡоя.
Уҫағуй
Батша
ҡотоғо
Батша ҡотоғо
Был шишмә уртаһында, яҙ көнө ҡар ирей башлағас уҡ асылып, йәй урталарына тиклем ағып ята. Урындағы халыҡ яҙ көнө ауыл эсендә һыу торбаһы үткәрелгәнгә тиклем Нөгөш һыуы таҙарғанғансы аш-һыу әҙерләү өсөн һыуын файҙаланған. Мәктәп музейында һаҡланған материалдарҙан билдәле булыуынса, Ямаш тауы битләүенән сығып ятыусы был шишмә эргәһендә батша тәхеткә ултырған (таж кейҙергән) ваҡытта өҫтән төшөрөлгән указ буйынса бөтә ауыл халҡы байрам үткәргән.
Был йола оҙаҡ йылдар буйына халыҡтың ғәҙәтенә инеп ҡалған: ололар ҙа, балалар ҙа яҙ байрамдарын шунда үткәреп килгән. Хәҙер был тирәлә йорттар төҙөлөп, Йәштәр урамы барлыҡҡа килде. Шишмә баш алған ер кәртәләп алынған, һыуы элекке һымаҡ бик йыш ҡулланылмаһа ла улаҡ ҡуйылған. 300 метр самаһы юл үткәс, Усағуй йылғаһына ҡушыла. 1970 йылдарҙа ерҙе ҡаҙып, һыу юлын мәктәп яғына бороп индереп, мәктәп баҡсаһында йәшелсә һуғарыу өсөн дә файҙаланғандар. Һуңынан йәшелсә баҡсаһы икенсе урынға күсерелгәс, шишмә тәүге йырҙаһына күскән.
Аҡбалсыҡ й.
Аҡбалсыҡ йылғаһы башлан-ған урындан элек мейесте аҡлау йә булмаһа өйҙө тыш-тан һылап йылытыу өсөн аҡ төҫтәге балсыҡ алғандар. Хә-ҙер был урында Ғүмәрова Фәйрүзә Һаҙый ҡыҙы йәшәй.
Ветерандар аллеяһы
Ветерандар аллеяһы
Бөйөк Еңеүҙең 45 йыллығына арнап, мәктәп эргәһендә аллея булдырылды. Һуғыштан иҫән-һау ҡайтыусылар иҫтәлеге-нә йәш ағастар ул ваҡытта иҫән булған һуғыш ветерандары, мәрхүмдәрҙең туғанда-ры тарафынан ултыртылды һәм хәҙер мәк-тәп эргәһен йәмләп ултыра.
1812й.Обелиск
Мәктәп ихатаһына ингәс тә уң яҡта 1812 йылғы Ватан һуғышы ҡаһармандарына арналған обелиск тора. Ул мәктәптең тарих уҡытыусыһы Аллабирҙин Дамир Зиннәт улы инициативаһы ме-нән эшләнде. 1812 – 1814 йылғы Ватан һуғышын-да башҡорт полкы составында Ҡарағол Солтан-ғолов ҡатнаша һәм “Парижды алған өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.
Афғанистан,
Пакистан
Афғанистан, Пакистан исемле урамдар ауылдың әсе теллеләре арҡаһында килеп сыҡҡан. 1980 йылдарҙа ауылдың түбәнге осонда йәшәгән ике әбей, ныҡ ҡына талашып, оҙаҡ ҡына яраша алмай йәшәгән-дәр. Был ваҡытта Афғанистан менән Пакистан араһында һуғыш барған була. Был әбейҙәр бер-береһенә яҡын, ләкин йырын аша йәшәгәндәр. Әсе теллеләргә шул етә ҡалған – йырындың бер Афғанистан, икенсе яғы Пакистан булып киткән. Быны йәштәр белмәй, ләкин ололарҙың хәте-рендә: Пакистанға йәки Афғанистанға барам тиһәң аңлайҙар.
Суҡмуйыл,таштар.
Паравай
Суҡмуйыл.
Элек ауыл эргәһендә лә Нөгөш буйы тотошлай әрәмәлек булған. Һуңғы йылдарҙа ул юҡҡа сыҡҡан тиерлек. Ауылдың түбәнге осо ҡуйы муйыллыҡ менән ҡапланған булған. Йәй көндәре ауыл балаларының яртыһының тиерлек яратҡан һыу инеү урынының исеме ошо муйыллыҡҡа бәйле.
Йылға эсендәге һәм буйындағы ҙур таштар
Был таштар айырым йылға эсендә буйында бер-береһенә яҡын йәки төрлө урында урынлашҡандар һәм күләме ҙур булыуы менән айырылып торалар. Ослоташ, Ба(о)тинкаташ, Эйәрташ, Аҡташ балаларҙың яратып һыу ингән ерендә – Суҡмуйылда.Ни өсөн шулай аталыуы исемдәренән аңлашылы: оҡшатыу юлы менән яһалғандар. Ҡыҙматаш та ошонда уҡ, һыу ситендә. Балалар һыуҙан сыҡҡас, бер нисәүһе бер юлы ятып ҡыҙыналар: ҡояшлы көндә таш эҫе була.
Паравай (паровой)
1930 йылдарҙа Суҡмуйылдан 100 метр самаһы өҫтәрәк яр буйында дегет ҡайнатыу өсөн ҡоролма төҙөлә. Һыу буйына төҙөлөүенең сәбәбен һыуҙың күп кәрәк булыуы һәм янғын хәүефһеҙлеген һаҡлау менән аңлаталар ололар. Дегет күп етештерелгән. Күлбаев Әхмәт бабай, ул саҡта бәләкәй булһа ла, дегеттең улаҡ буйлап сөбөрләп һауыт-тарға ағып торғанын һәм һаҡһыҙлыҡ арҡаһында бер эш-сенең янып үлгән кәүҙәһен әле лә хәтерләй. Янғындан һуң эш туҡтатыла һәм ҡабат тергеҙелмәй. Иғтибар итеп ҡараһаң, әле булһа ла был ерҙә ҡасандыр ниндәйҙер ҡоролма булғанын һиҙеп була.
Урал т.
Уралтау
Беҙҙең Ғәлиәкбәр ауылы тауҙар араһында ултыра. Шуларҙың береһе Уралтау.Был тауҙың бер яғында туғай, эргәһенән Нөгөш йылғаһы аға.Тауға бындай исем ни өсөн бирелде икән? Тау исеме Урал тигән егеттән алынған. Ул хәл бик элек булған. Урал бик оҫта һунарсы булған. Ул ошо тау башына менә лә тыуған еренә арнап көй сығарып уйнаған. Бер көн Урал, тауҙың ҡаялы еренә баҫып һыҙғырайым тигәндә,таш айырылып китә. Егет бик ҡурҡа һәм шәбәйә алмай үлеп ҡала. Шунан башлап тау Уралтау исеме менән йөрөтөлә башлай. (1941 йылда тыуған Күлбаев Әмир Тимерҡаҙыҡ улы һөйләп ҡалдырған мәғлүмәттәр буйынса алынды). Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса арғы Аратау тип тә аталған, сөнки элегерәк әлеге Аратау ауылдың түбән осо булып, Уралтау тирәһендә халыҡ йәшәмәгән, был ерҙәр сабынлыҡ булған.
Кәзә т.
Кәзә тауы
Ғәлиәкбәрауылында элек кәзәләр бик күп булған. Улар иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем кәртәгә ҡайтып инмәгән. Ошо тау уларҙың яратҡан урыны:ел-ямғырҙан да ышыҡланған-дар,эт,бүренән дә һаҡланғандар, төн-дө лә шунда үткәргәндәр.Шулай ки-леп сыҡҡан тауҙың аталышы.
Эт тыҡрығы.
Ғәйниә ҡ.
Эт тыҡрығының да исеме әсе теллелеккә бәйле. Ауыл ерендә өй һайын тиерлек эт тоталар.Ауылдың хәҙер Илдар Ғәбитов исемен йөрөткән урамда эттәр үтә күп булып, үткән кешегә, мал-тыуарға абалап, үтергә форсат бирмәй икән. Әсе телле генә бер инәй аптырағас, йәне көйөп, мин эттәр тыҡрығында йәшәйем тип һөйләнгән. Халыҡ уны элә һалып алып, исемен дә йәбештереп ҡуйған. Тыҡрыҡтың атамаһы әле лә йәшәй, онотолмаған.
Ғәйниә ҡотоғо
Ғәйниә ҡотоғо бик ҡыҫҡа ғына шишмә – оҙонлоғо 5 – 6 метрҙан артмай, Усағөй йылғаһына ҡоя, тик ул ҡыҫҡа ғүмерле – яҙ көндәре ер дымлы ваҡытта ғына аға. Килеп сығыуы ла осраҡлы: Нөгөш йылғаһының яҙ, көҙ миҙгелдәрендә һыуының эсерлек таҙа булмауына бәйле. Әнүәр Дилмөхәмәтовтың (1941 йылғы) өләсәһе Ғәйниә Нөгөш йылғаһына һыуға барған һайын дымланып ятҡан ерҙе күреп йөрөгән. Бер ваҡыт, лом алып, шул урынды таштан таҙарта башлаған. Бер аҙ һыу сыҡҡан. Быны күргән ауыл кешеләре уға ярҙамға килгән. Шунан аҙаҡ был шишмә Ғәйниә ҡотоғо исемен алған.
Аратау
Аратау ауылдың ҡап уртаһында тора.Исеме шунан алынған.Уның башына менеп ҡараһаң, ауылдың бөтә тирә-яғы, үрҙә һанап үтелгән топо-нимдар күренеп тора.
Нөгөш й.
Ауылым һыулаған Нөгөш йылғаһы ла тарих һөйләй. Туймазы районында Нөгөш исемле йылға, Собханғол исемле ауыл бар. Эҙәрмәндәр иҫбатлауын-са, 1500 йылдарҙа беҙҙең яҡ башҡорто Арыҫланбәк, атаһынан ҡалған мираҫ-ты, ер-һыуҙарҙы мәңгеләштереү өсөн, ошо яҡтарға күсеп килеп, ҡара урман-дарҙы ҡырҡып, йорт-ҡура, ҡаралты төҙөгән.
Ғаиләһе ишәйгән, бала – сағаһы күп булған. Арыҫланбәк үҙе нигеҙ ҡорған ауылға үҙенең исемен биргән һәм ошонда төпләнеп ҡалған, ә иң өл-кән улын, бөгөнгө Нөгөш йылғаһы буйына, йорт ҡаралтылар төҙөп, башҡа сығарған. Был ауылды Төпкилде тип атағандар.
Шулай булғас, беҙҙең йәшәгән төбәктә башҡорттар 1500 йылдарҙан алда уҡ йәшәгән, тип әйтергә ныҡлы нигеҙебеҙ бар. Нөгөш һүҙенең килеп сығышына ҡарата халыҡта ике фекер бар. Беренсеһе - Урал батырҙың улдарының береһенең исеме. Икенсеһе Нөгөш йылғаһының Ағиҙелгә ҡу-шылған урынына бәйле. Был ерҙә йылға ҡырҡа боролош, мөйөш яһай. Мөйөш боронғо төрки телендә мөгөш тип яңғыраған. Тауҙар, урмандар аша аға-аға, ялан ерҙәргә килеп сыҡҡан беҙҙең матурҙарҙан да матурыраҡ, күркәмдәрҙән дә күркәмерәк йылға ул Нөгөш!
Бөрйәнгә һуҡмаҡтар.Таҡыя-сусаҡ
Таҡыясусаҡ.
Ул Аратауға ҡаршы Нөгөш йылғаһы аръяғындағы тауҙың иң бейек түбәһе. Алыҫтан ҡараһаң, таҡыя кейгән кешенең башына оҡшап тора. Ул түбәнән бөтә тирә-яҡ ус төбөндә генә һымаҡ күренә: алыҫтағы тауҙар армыт-армыт булып күгәреп яталар. Ғәлиәкбәр халҡы был тауҙы бик тә ярата, үҙенең ғорурлығы, талисманы итеп һанай. Халҡыбыҙҙың бөйөк улы З.Вәлиди Ғәлиәкбәр ауылына йәш сағында ла, граждандар һуғышы йылдарында ла һуғылып үткән һәм Таҡыясусаҡтың башына менеп ҡурай уйнаған.
Һуҡмаҡтар
Хәҙер йәщ быуын онотҡан ике һуҡмаҡ бар. Улар икеһе лә Таҡыясусаҡ тауында. 1990 йылдарға тиклем халыҡ Бөрйән урман хужалығының Нөгөш лесничествоһы, мәктәп, “Шүлгән-таш” ҡурсаулығының тракторҙарына ҡарап торҙо. Еңел һәм ауыр машиналар тураһында әйтеп тораһы ла түгел.Бала-саға, ауылға машина килһә, эргәһенән китмәй ине. Күп кеше район үҙәгенә йәйәү йәки һыбай йөрөнө. Таҡыясусаҡ аҫтындағы һуҡмаҡтар электән булған, сөнки улар, юлды ҡыҫҡартып, Бөрйән юлындағы Уртайортҡа сығаралар.
Күл тамағы
Күл тамағы
Нөгөш йылғаһы элек Таҡыясусаҡ тауының ситенән аҡҡан. Яҙ көнө боҙ киткән ваҡытта тығындар барлыҡҡа килә һәм йылға икенсе урындан аға башлай, сөнки ҡыш ҡаты килһә, боҙ йылғаға ҡуша туңған осраҡтар була. Яҙғы һыу, ни тиклем көслө булмаһын, уны урынынан ҡуҙ-ғата алмай, икенсе ерҙән аға башлай һәм тора-бара үҙенең ағышын үҙгәртә. Элекке урында күл хасил була. Күлдең башы, Нөгөш йылғаһы ме-нән тоташмаһа ла, тамағы йылға менән бәйлә-нешен өҙмәй. Шуға күрә лә халыҡ Күл тамағы тип йөрөтә башлаған.
Һөрөмбәт. Иҙәнташ
Һөрөмбәттәге Иҙән(өҫтәл)таш йылға эҫендә һәм оҡшатыу юлы менән яһалған. Уны берәүҙәр иҙәнгә, ә икенселәр яҫы өҫтәлгә оҡша-талар. Ни өсөн шулай аталыуы исемдәренән аңлашылы: оҡша-тыу юлы менән яһалған.
Аҫҡараҡ тамағы
Аҫҡараҡ тамағы
Нөгөш йылғаһы ҙур булмаған тау йылғаһы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уның һәр бер бөгөлөнөң, тәрән ятыуының, шаршыһының атамаһы бар. Ауыл эсендә бала-сағаның яратып һыу ингән урыны була. Улар беҙҙең ауылда өс ерҙә. Был уның тәрәнлегенә бәйле. Аҫҡараҡ тамағы Аҫҡараҡ йылғаһының тамағында. Унда үр яҡ балаларының һыу инергә ярата.
Һау булығыҙ!
До свидания!
Good-bye!
Auf Wiedersehеn!
ГИД
Рәхим итегеҙ!
Добро пожаловать!
Welcome!
Willkommen!
Если не удалось найти и скачать презентацию, Вы можете заказать его на нашем сайте. Мы постараемся найти нужный Вам материал и отправим по электронной почте. Не стесняйтесь обращаться к нам, если у вас возникли вопросы или пожелания:
Email: Нажмите что бы посмотреть