Матур ерҙәр күп булһа ла, Ейәнсура бер генә презентация

Содержание

Тыуған ауылым –Яңыбай

Слайд 1Яныбаевская сельская библиотека – филиал №26 МАУК «ЗМЦБ»
Районный творческий конкурс:
«Матур ерҙәр

күп булһа ла, Ейәнсура бер генә»
(«Заповедные места зианчуринской земли»),
посвященного Году экологии и
особо охраняемых природных территорий.
Яутүбә (Шайтантау)


Составитель: Библиотекарь Хусаинова Н.Г.

Слайд 2Тыуған ауылым –Яңыбай



Слайд 3Ауылымдың төнъяҡ-көнсығыш яғынан Яутүбә һырттары һуҙылған


Слайд 4Яутүбә һырттары Башҡортостандың Көнъяҡ Уралы буйлап һуҙылған Шайтантауҙың икенсе атамаһы, уның

бер өлөшө ул.



Слайд 5Яутүбә (Шайтантау) тураһында яҙылған китаптар


Слайд 6 Ололарҙың һөйләүе буйынса элекке заманда беҙҙең башҡортто Урал аръяғынан йыш

ҡына ҡаҙаҡтар килеп баҫҡынсылап торған, тибендә йөрөгән йылҡы малын ҡыуып алып китер булған.

Слайд 7Яутүбә тауы башына ауыл халҡы көн һайын ике кешенән ҡарауыл ҡуйған.

Улар хәүеф-хафа һиҙеп ҡалһа, өйөлгән утынға ут төрткән. Быны күргән ауыл халҡы ярҙамға ашыҡҡан, малдарын ҡотҡарып алып ҡалған. Яутүбә һырттары дошмандарға ҡаршы ҡалҡан булып торған.

Слайд 8
Яутүбә


Ҡаты яуҙар һиндә булып үткән,
Ғорур тауым минең, Яутүбәм.
Ҡая таштарыңда баҫып торам,
Болоттарға тейгән баш түбәм.
Яуҙар килһә, ышыҡ булырыңды
Халҡым белгәндер ҙә борондан
Һайлағандыр һинең итәгеңде
Төйәк итеп ошо урындан. (Яҡташыбыҙ Руша Ҡәҙербәкова шиғыры)

Слайд 9

Бөркөттәрең ҡанаттарын ҡаға,
Мәғрүр тауым, данлы Яутүбә.
Итәгеңдә ятҡан таштар һаман
Данлы заман өсөн

йәш түгә.
Эй, Яутүбә, батырҙарҙың һыны
Күкрәк киреп баҫҡан баһадир.
Әйтерһең, һин әле лә яуҙа,
Маңлайыңдан аға ҡара тир.

(Яҡташыбыҙ Руша Ҡәҙербәкова шиғыры)


Слайд 10Яутүбәнең(Шайтантауҙың) тәбиғәте бик ҡырыҫ. Һауа

торошо тиҙ үҙгәреүсән, һәр ваҡыт бында көслө ел иҫә. Быға рельефының ҡатмарлы булыуы ла ҙур йоғонто яһай.

Слайд 11Имән,ҡайындар үҫкән тауҙа

йәнлектәрҙең 42 төрө һанала.

Слайд 12Шайтантауҙа ҡоштарҙың 101 төрө йәшәй.


Слайд 13 Флораһы дала һәм урман

үҫемлектәренән тора.

Слайд 14 Үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәренең

74 төрө табылған.

Слайд 15Шуларҙың -17-е Башҡортостандың

Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Слайд 16 Шайтантау 1965 йылдан алып комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы, ә 1971 йылдан

– ул инде айырыуса һаҡланыусы зоологик заказник. Һаҡмар һәм Ҡороюл йылғалары араһындағы 30,5 мең га майҙанды биләй.

Слайд 17Ауылдашыбыҙ М.М.Хужәхмәтов - Шайтантау айырыуса һаҡланыусы зоологик заказник инспекторы.


Слайд 18Шайтантауҙың тәбиғәтен һаҡлау буйынса төрлө саралар үткәрелә.

Тауҙағы шишмәләр таҙартыла, яңы ағастар ултыртыла, йәнлектәрҙе,ҡоштарҙы һаҡлау буйынса саралар үткәрелә.

Слайд 19Беҙ Яутүбә тауы менән бик ғорурланабыҙ. Беҙ уны яратабыҙ һәм һаҡлайбыҙ.


Слайд 20Яутүбә(Шайтантау) буйлап сәйәхәтебеҙ тамам. Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.


Обратная связь

Если не удалось найти и скачать презентацию, Вы можете заказать его на нашем сайте. Мы постараемся найти нужный Вам материал и отправим по электронной почте. Не стесняйтесь обращаться к нам, если у вас возникли вопросы или пожелания:

Email: Нажмите что бы посмотреть 

Что такое ThePresentation.ru?

Это сайт презентаций, докладов, проектов, шаблонов в формате PowerPoint. Мы помогаем школьникам, студентам, учителям, преподавателям хранить и обмениваться учебными материалами с другими пользователями.


Для правообладателей

Яндекс.Метрика